+21 °С
Облачно
Подписаться на Я. Новости
ВКонтакте
Телеграм
MAX
Подписывайтесь и читайте нас в MAX
Общество
22 Апреля 2021, 12:40
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант күрһәтә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант күрһәтә.
24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Республиканың төп медиахолдингы сараны тура эфирҙа күрһәтә. Тимәк, һәр теләгән кеше белемен тикшерә ала.
Диктант өс этапҡа бүленә:
Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн (11:00-ҙән 11:25-кә тиклем);
Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн (11:30-ҙан 12:00-гә тиклем);
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ( 12:05-тән 12:30-ға тиклем).
Тексты уҡыйҙар:
Илшат Абдуллин («Бүреләр» төркөмө солисы) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
Эльвира Айытҡолова («Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
Альберт Исмаил (Рок-башҡарыусы, «Исмаил» төркөмөнә нигеҙ һалыусы) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла ҡатнашыу өсөн
https://bashdiktant.ru/
сайтында алдан теркәлергә кәрәк. Интернет аша акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре сайтта шәхси кабинет һәм мобиль ҡушымта аша ҡабул ителә.
Яҙма эштең фотоһын йәки сканын
bashdiktant2021@mail.ru
адресы буйынса электрон почтаға ебәрергә лә мөмкин.
Трансляция 24 апрелдә 11:00 сәғәттә башлана.
Ҡайҙа ҡарарға: «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, каналдың «ВКонтакте» («Бәйләнештә» ) социаль селтәрендәге төркөмөндә, шулай уҡ «YouTube» видеохостингында.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"